Туй көндәре - өс көн. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


* * *


«Ваши жёны — одеяние для вас, а вы — одеяние для них» (сура 2 «Корова», аят 187).

Ниңә әйткән икән боронғолар,
Туй көндәре була өс көн, тип
Ә унан һуң нимә - ут һүрелеп
Ҡала микән кескәй осҡон тик?
Туй күлдәген сисеп алыу менән
Ҡалһын өсөн татлы серлелек -
Кейәү менән кәләш бер-беренә
Сер һаҡлаусы шаршау иң элек.
Түп-түңәрәк кенә булмай тормош,
Була бик йыш китек бер сите,
Теүәл яғы өҫтә торһа гелән,
Күмелеп тә ҡуйыр шул китек.
Туйҙар ғына түгел, ғүмерҙәр ҙә
Уйлай китһәң бары өс көнлөк,
Ҡыҫҡартмаһын уны донъялыҡтың
Ҡыҫыр хәсрәттәре - өс тинлек.
Байрам үтә - ябай көндәр китә,
Баҫып китә ошо ябайлыҡ,
Һөйөү утын һүндермәй һаҡлайҙыр
Ябай шатлыҡҡа ла абайлыҡ.


2012